Үҙәк район дауаханаһында тәүге тапҡыр лапараскопия алымы менән операция яһалды

Бының өсөн медицина учреждениеһы махсус ҡорамалдар һатып алған. Хәҙер дауахана Әбйәлилгә генә түгел, тотош көнъяҡ райондар өсөн хирургия үҙәгенә әйләнәсәк, ти табиптар. Тәүге операцияны яһауҙа урындағы белгестәргә Өфөлә эшләүсе тәжрибәле коллегалары ярҙам итте. Артабан Айнур Кәбиров репортажында.

Хирургтар мониторҙан ғына күҙәтеп ҡатындың бүҫерен ала. Операция ла элеккесә ҙур киҫем аша түгел, ә бәләкәй генә уйымдар аша башҡарыла. Пациент тиҙ арала аяҡҡа баҫасаҡ һәм тәнендә йөйҙәр ҙә ҡалмаясаҡ.

Тәүге операцияны урындағы хирургтар күҙәтеүсе булараҡ үткәрҙе. Лапраскоптар Өфө белгестәре ҡулында. Етәрлек тәжрибә туплау менән бындай операциялар даими үткәреләсәк, ә Әбйәлил күрше райондар өсөн хирургия үҙәгенә әйләнәсәк, ти табиптар.

Бер көндә генә Өфө белгестәре өс операция уҙғарҙы. Шулай ҙа әмәлиәт баш ҡаланан килгән табиптар маҡсатының бер өлөшө генә. Иң мөһим бурыс төпкөлдәргә юғары технологиялы медицинаны яҡынайтыу, ти улар.

Был көн үҙәк район дауаханаһында айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Баш ҡала табиптарына эләгеп ҡалырға теләүселәр алдан уҡ сират алып ҡуйған.

Өфөнән килгән табиптарҙан урындағы халыҡ әлбиттә, мөғжизә һәм тулыһынса дауаланыу көтә. Шуға күрә белгестәр ҙә бер генә ҡабул итеү менән сикләнмәй.

Күсмә ғилми-ғәмәли конференция был юлы яман шеш ауырыуҙарына бағышланды. Сөнки тап ошо сир һуңғы йылдарҙа киҫкенләшә һәм үлем осрағы ла арта. Өфө белгестәре райондарҙағы коллегалары менән осрашып был афәтте сикләү, иртә асыҡлау, дауалау алымдары тәжрибәһе менән бүлеште.

Айнур Кәбиров