Күләмле сара Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы проекты сиктәрендә ойошторолдо. Фиҙаҡәр хеҙмәте менән республиканы данлаған замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Мәләүез районынан Әсфәндийәровтар һәм Вахитовтарҙың уҡытыусылар династияһы алты быуынды берләштерә. «Ғаилә һөнәре» конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауҙары осраҡлы түгел - тәжрибәле педагогтар көсө менән мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшелгән.
«Ғаилә һөнәре» конкурсына былтыр ноябрҙә старт бирелгәйне. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителә. Тәүге этапта ғаиләләр видеояҙма аша бер нисә быуындың хеҙмәт ҡаҙаныштары менән таныштыра. Иҡтисадсылар, табиптар, тимер юлсылар, педагогтар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре - баһалама комиссияһы иң яҡшы 25 эште һайлап, еңеүсе ғаиләләрҙе Өфөләге иң ҙур күргәҙмә залына саҡыра. Аҡмановтарҙың шәжәрә ағасында 42 уҡытыусы. Башҡортостанда мәғариф һәм фән үҫешенә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ.
Күләмле конкурс «Хеҙмәт династиялары амбассадорҙары» проекты сиктәрендә Башҡортостан башлығы Грантына уҙғарылды. Бәйгелә «Алтын сәнсем» номинацияһы булдырылғайны. Унда республиканың ҡул эштәре оҫталары династиялары ҡатнашты. Баймаҡтан Рәзинә Ҡотлоғужина сигергә, бәйләргә, ҡорама ҡорарға әсәһе һәм ҡәйнәһенән өйрәнгән. Хәҙер был эште дауам итеүселәр ҙә бар.
Проекттың тәүмаҡсаты - ғаилә институтын нығытып, быуындар араһында бәйләнеш булдырыу һәм хеҙмәт династиялары абруйын арттырыу.
Конкурста 25 хеҙмәт династияһы еңеүсе тип билдәләнгән, уларҙың уңыш тарихы менән хәҙер интерактив китапта ла танышырға мөмкин. Бында һәр ғаиләнең ҡаҙаныштары айырым яҙылған,шулай уҡ куарктд ярҙамында фотоһүрәттәре асып ҡарарға була.
Проект сиктәрендә донъя күргән яңы баҫмалар республика китапханаларына тапшырыласаҡ, хеҙмәт династияларын популярлаштырыу маҡсатында китап геройҙары балалар һәм йәштәр менән осрашыуҙарға саҡырыла.
Гөлназ Хәйбуллина