Ҡариҙел районында «Эшҡыуарҙар һабантуйы» уҙҙы

Бер нисә райондан йөҙҙән ашыу йүнселде берләштергән сара Рәсәй эшҡыуарлығы көнө һәм Атайсалға файҙалы эштәр йылына арналды. Көн дауамында район йыйылма командалары кулинар, спорт һәм ижади бәйгеләрҙә көс һынашып, «Иң интеллектуаль», «Иң берҙәм» кеүек номинацияларҙа билдәләнде.

Һабантуйҙа Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашты. Ведомство етәксеһе райондың балыҡ үрсетеү буйынса предприятиеһы, заманса китапхана, бизнес үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Сараны ябыу тантанаһында махсус хәрби операцияға матди һәм гуманитар ярҙам күрһәткән йүнселдәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.