Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Либераль-демократик партияһы рәйесе Леонид Слуцкий менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Либераль-демократик партияһы рәйесе, Дәүләт Думаһының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты етәксеһе Леонид Слуцкий менән осрашты.

Яҡтар ЛДПР-ҙың Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге һәм алдағы электораль циклға әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров менән Леонид Слуцкий дәүләт власы институттарын һәм партия диалогын нығытыу буйынса эште дауам итергә килеште.

Леонид Слуцкий эш сәфәре сиктәрендә Өфө нефть техник университеты студенттары менән дә осрашты, йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Сәйәси фирҡә рәйесе сығышында Донецк һәм Луганск ҡалаларына герой-ҡала статусын ҡайтарыу тураһында закон проектын әҙерләүе тураһында хәбәр итте.

Халыҡ-ара эштәр буйынса парламент комитеты рәйесе шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды. Сәйәсмән производство-уҡытыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Һөнәри әҙерлек үҙәгендә токарь, фрезеровщик, шлифовкалаусы, быраулаусы, программа менән идара ителгән станоктар операторы кеүек белгестәр әҙерләнә. Фирҡә рәйесе техник вуздарҙа белем алған студенттарҙы уҡытыу буш булырға тейеш тип билдәләне.