Иглин ауылында йәшәүселәр күршеләрендә эт көтөүе йәшәүенә зарлана

Шәхси йорт участкаларының береһендә тиҫтәләрсә эт аҫрала. Ауыл халҡы уларҙың урамға сығыуы хаҡында һөйләй. Ә участка хужабикәһе берәҙәк эттәрҙе ҡурсалайым тип раҫлай. Мәсьәләне БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Иглиндә йәшәүсе Лариса Жаркова үҙ участкаһында кәртәнең ҡаҙылған урынын күрһәтә. Эттәр уның участкаһына үтеп инеүен полиция һәм ветеринарҙар ҙа теркәгән. Ханым бигерәк тә үҙ балалары хәүефһеҙлеге өсөн борсола. Ҡаҙыу осрағын башҡа күршеләре лә раҫлай .

Эт ләүкелдәүенә, өрөүҙәренә күмелгән тормош Иглиндә йәшәүсе күпселек халыҡты хафаға һалған, тыныслығын боҙған.

Эттәрҙе тыйып тота алмай, улар йыш ҡына беҙҙең ихаталарға ла сыға. Өс бәләкәй балам өсөн ҡурҡам

Лариса Жаркова, Иглин ауылында йәшәүсе

Бында беҙгә тәүлек әйләнәһенә тынғылыҡ юҡ. Эттәр бер туҡтауһыҙ өрә, ләүкелдәй. Хатта тәҙрә лә аса алмайбыҙ.

Любовь Копылова, Иглин ауылында йәшәүсе

Эттәр ошо юлдан ҡапыл килеп сыға, һикерә, яҙ бигерәк ине. Балаларҙы үҙҙәрен генә уйнарға ебәреүе ҡурҡыныс. Әммә приют хужабикәһенең бындай дәғүәләргә үҙ яуабы.

Гөлнара Әхмәтова, Иглин ауылында йәшәүсе

Быға тиклем эттәр һаны ике тапҡырға күберәк ине. Әлеге ваҡытта миндә 34 ҙур эт, ҡалған туғыҙы көсөктәр. Башҡаса бында эттәр килтермәйем, был йән эйәләре минең янда ярты ғүмерем буйы бергә йәшәй. Күршеләр ээәтрҙе ярһытып төндә үҙҙәре шаулаша, тәҙрә шаҡый, кәртә-ишектәрҙе тибә.

Альбина Әсәҙуллина

Күршелә күпләп эт аҫралған урында тауыш һәм эт эҫенән тамам арыған халыҡ үҙ хоҡуҡтарын яҡлап яуаплы органдарға, район хакимәтенә лә мөрәжәғәт иткән.

Рәсәйҙә шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа күпме баш йорт хайуанын аҫрау һаны көйләнмәгән. Шуға ҡарамаҫтан суд практикаһында илленән ашыу эт ләүкелдәүе аҫтында йәшәргә теләмәүсе күпселектең мәнфәғәтен яҡлау осрағы ла бар.

Благовар районы Мирный ҡасабаһында суд 50-нән ашыу эт аҫраған күршеләренә ризаһыҙлыҡ белдергән халыҡ мәнфәғәтен яҡлауы осраҡлы түгел. Сөнки бер кем дә үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, эт өрөүен ишетеп йәшәгеһе килмәй.

Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары

Ысынлап та, хоҡуҡ белгестәре шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙа аҫралыусы йорт хайуандарын иҫәбен көйләүсе ҡанун юҡлығын билдәләй. Шуға ла күпселек ауыл-ҡасабаларҙа кешеләр йорттары күршеһендә эт приюттары аса. Әммә был киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. Йорт шарттарында аҫралыусы йән эйәләре һанын көйләү мәсьәләһенә ҡағылышлы закон проекты әле эшләнеү өҫтөндә. Был ҡанун проектына хоҡуҡ һаҡлау, дәүләт һәм прокуратура органдары менән бергә, ябай граждандар ҙа әүҙемлек күрһәтеп, үҙ фекерен белдерә ала.

Гүзәл Борханова