Уҙған ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 8 ир-егет батып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бәхетһеҙ осраҡтарҙың барыһы ла һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған урында теркәлгән. Шаһиттар әйтеүенсә, ирҙәр иҫерек килеш һәм тыйыу билдәләре ҡуйылған урындарҙа һыу ингән. Ҡотҡарыусылар махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына ял итергә кәңәш итә.