Быйыл Башҡортостанда йәшәүселәрҙән унда 2200 заявка ҡабул ителгән. Был тотош ил буйынса иң юғары күрһәткес. Иң яҡшы тип табылған социаль идеялар һәм проекттар араһынан бөгөнгө форумда 24 эш жюри хөкөмөнә сығарылды. Социаль әһәмиәтеле идеяларға дәүләттән финанс ярҙам да күрһәтеләсәк.
Эшҡыуарҙар, ғалимдар, йәштәр идеялары һәм тәҡдимдәр араһынан Мәскәүҙә июнь аҙағында үтәсәк Бөтә Рәсәй форумына 100 проект һайлап алынсаҡ. Улар 2030 йылға тиклем ил үҫешенә һәм милли идеяларҙы тормошға ашырыуға тос өлөш индерер тип күҙаллана. Конкурстағы иң яҡшы ун проект менән Рәсәй Президенты Владимир Путин танышасаҡ. Көслө идеялар социаль, технологик тәҡдимдәр, кадрҙар мәсьәләһе, экология, эшҡыуарлыҡ, һанлы сервис кеүек алты йүнәлеште үҙ эсенә ала.