Баймаҡ районында ауылдарҙа шәхси тракторҙар торошон тикшереү дауам итә

Ауыл хужалығы техникаһы бер майҙанда. Баймаҡ районында дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы ауылдарҙа шәхси тракторҙар торошон тикшереүҙе дауам итә. Таулыҡай ауылында техниканы баһалау конкурс форматында үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ишмулла Сәғәҙәтов - бала сағынан тимер атта. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында оҙаҡ йылдар К 700 һәм трактор менән идара үтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ техникаһын һәр саҡ төҙөк тота. Райондың дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы уҙғарған «Иң яҡшы трактор» конкурсында ул - еңеүселәр рәтендә.

Таулыҡай ауылы шәхси хужалыҡтарында 37 трактор иҫәпләнә. Инспекторҙар техниканың яҡтылыҡ ҡоролмалары, руль, тормоз системаларын, тейешле документтарҙың теүәллеген тикшерҙе. Шулай уҡ, водителдәрҙең идара итеү оҫталығы һыналды.

Трактор -ауыл ерендә иң кәрәкле техника һанала. Хужалыҡ эштәрендә- утын,бесән әҙерләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ.

Таулыҡайҙа үткән техник тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, Рамаҙан Дәрминевтың, Ишмулла Сәғәҙәтовтың, Ирмәк Галиндың тимер аттары «Иң яҡшыһы» тип табылды. Хәүефһеҙлекте иҫкәртеү сараһы Баймаҡ районында июнь урталарына тиклем дауам итәсәк.