Хәйбулла районының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә бейеүгә һәм йыр-моңға һәләтле тәрбиәләнеүселәр ҡанат нығыта.
55 йыллыҡ тарихҡа эйә белем усағын быйыл 65 уҡыусы тамамланы. Улар хореография, һынлы сәнғәт, вокал, театр бүлегендә белем алған. Сығарылыш кисәһендә малай-ҡыҙҙарға таныҡлыҡтар тапшырылды, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.