Өфөнөң 8 март урамында «Рено Дастер» водителе идара итеү һәләтен юғалтып торлаҡ йортҡа бәрелгән

Өфөнөң 8 март урамында «Рено Дастер» водителе идара итеү һәләтен юғалтып, тәүҙә бордюрға, һуңынан торлаҡ йортҡа бәрелеп түңкәрелгән.

Был турала баш ҡала автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм 19, 20 һәм 24 йәшлек өс пассажир ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ведомствонан белдереүҙәренсә, салондағы ҡыҙҙарҙың береһен сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға гидравлик инструмент ярҙамында автомобилде бысырға тура килгән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.