Әшә ҡалаһынан алыҫ булмаған урында теркәлгән аяныслы ваҡиға ил тарихында иң ҡурҡыныс һәләкәттәрҙең береһе. 1989 йылдың 4 июнендә ике пассажир составы ҡатнашлығындағы шартлау тулҡыны 11 вагонды тимер юлдан алып ташлай, уларҙың 7-һе янып көл-күмергә әйләнә. Йөҙләгән кеше һәләк була, бер өлөшө - балалар. Һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы һәләк булыусыларға арналған эргәһендә үтте.
Йәмшәйгән вагондар менән был кадрҙар хәрби кинохрониканы хәтерләтә. Шартлау шул тиклем көслө була, хатта ул 100 саҡрым алыҫлыҡтан күренә. Вагондар тимер юлдарҙан сығып оса, рельстар бөгөлә, ә тулҡын арҡаһында яҡындағы йорттарҙың тәҙрәләре селпәрәмә килә. 600-гә яҡын кеше һәләк була.
Йәй. Поезд каникулда йәйге лагерҙарға ял итергә китеп барған уҡыусылар менән тулы. Һәләкәттә 181 баланың ғүмере өҙөлә, улар араһында - «Трактор» үҫмерҙәр хоккей командаһы егеттәре лә була. Һәр береһенең үҙ планы, маҡсаттары. Светлана Бикбулатованың ҡустыһы әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтып килгән була. Ҡайтҡас, дуҫының туйына барырға хыяллана. Бер секунд эсендә йәш егеттең бар ниәттәре юҡҡа сыға.
Һәләк булған 200-ләп кешенең кәңҙәләре табылмай. Уларҙың тупрағы СССР-ҙың 45 төбәгенә ебәрелә. Кемдәрҙер һаман да яҡындарын табыу өмөтө менән йәшәй.
Һәләкәт урынында 1992 йылда 8 метрлыҡ мемориал ҡуйыла. Йыл һайын 4 июндә майҙан халыҡ менән тула. Фажиғә ҡорбандарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалына.
Ул саҡта фажиғә бөтә илде шаңҡыта. Өфө, Силәбе, Әшә ҡалалары дауаханаларында битараф булмағандар ҡан тапшырырға теләп, сираттарға тора. 1989 йылдың 5 июне СССР-ҙа траур көнө итеп иғлан ителә. Йылдар үтһә лә, фажиғә яралары уңалмай, һәләкәт ҡорбандары халыҡ хәтерендә.
Рәзилә Ғиниәтуллина