Республика район-ҡалаларынан 10 профессиональ оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләйәсәк. Тематика баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материалдар ситтән килтерелмәгән. Ә Өфөлә санитар таҙартыу сиктәрендә бысылған тирәктәр файҙаланылған. Эш һөҙөмтәләре менән аҙна аҙағында танышырға мөмкин. Скульптура композицияларын Өфөнөң Нефтехимиктар паркына ҡуйыу күҙаллана. Әйткәндәй, ул төҙөкләндерелгән һуң, Ҡала көнө алдынан үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә.