Өфөлә «ЗаБЕГ.РФ» Бөтә Рәсәй ярыммарафоны үтте

Ул илдә иң күләмле спорт сараларының береһе иҫәпләнә. Марафон Рәсәйҙең 85 ҡалаһын берләштерә, йыл да стартҡа 120 меңдән ашыу кеше сыға.

Өфөлә быйыл 2500 ҡатнашыусы төрлө дистанцияларҙа үҙ көсөн һынаны. Әгәр былтыр сарала ҡатнашыусылар стартҡа куртка һәм баш кейемендә баҫһа, быйыл һауа торошо эҫе тура килде. Физик әҙерлекһеҙ кешеләргә йүгереү еңелдән булманы, шуға ҡарамаҫтан ике мең ярым ҡатнашты. Төп дистанцияла стартты күп тапҡырҙар паралимпия чемпионы Рима Баталова бирҙе.

Спорт мине һәр ваҡыт илһамландыра, ә бөгөн бөтә ил йүгерә, үҙенә күрә бер байрам. Беҙ йүгерәбеҙ, тимәк, беҙ бергә. Спорт аша илебеҙҙең көсөн, ҡеүәтен күрһәтәбеҙ.

Рима Баталова, Паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты

Марафонда 1,5, 10 һәм 21 саҡрымға иҫәпләнгән дүрт дистанция билдәләнгән. Уларҙың барыһында ла пейсмейкерҙар - профессиональ спортсылар ҡатнашты, улар йүгереүҙең темпын билдәләне. Быйыл марафон сиктәрендә хәйриә акцияһы ла үтте. Йүгереүселәр Өфөнөң хәйриә фондтары өсөн аҡса йыйҙы. Ярым марафон дистанцияһында беренселекте Евгений Майоров яуланы.

Мине дуҫым ҡеүәтләне, дәртләндерҙе. Әммә аяғы ауыртыуға бәйле, ул дистанциянан сыҡты. Уның тырышлығы менән мин алға сыҡтым. Рәхмәт уға. Көн эҫе булды,әммә беҙ бирешмәнек, ойоштороусыларға ла рәхмәт.

Евгений Майоров, спорт марафонында ҡатнашыусы