Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Финанс ярҙам республика бюджетынан бүленә. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ автомобиль юлдары төҙөлөшө, «Башавтотранс» предприятиеһы эшмкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ергә береккән, экологик яҡтан таҙа продукцияға өҫтөнлөк биргән хужалар өсөн баҡса эше ҡәнәғәтлек кенә килтерә. Һәр кем үҙ участкаһын тәртиптә тоторға тырыша. Әммә тотош баҡсасылыҡ ширҡәттәренең проблемаһы хаҡында һүҙ барғанда дәүләт ярҙамы талап ителә. Бында тәү сиратта юл һалыу, электр линиялары һуҙыу һәм бьашҡа инфраструктура объекттары хаҡында һүҙ бара.
Башҡортостанда 2022 йылдан баҡсасылар форумы ойошторола, гранттар-субсидиялар бирелә, көнүҙәк проблемалар хәл ителә. Мәҫәлән, Иглин районында баҡсасылыҡ ширҡәттәрен хеҙмәтләндергән фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә был өлкәне даими контролдә тоторға ҡушты.
Баҡсасылар өсөн махсус телеграм канал да асылған. Был майҙансыҡта барлыҡ ярҙам саралары менән танышырға мөмкин.
Баҡсасыларға дәүләт кимәлендә иғтибар бирелеүе осраҡлы түгел. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 1 мең ярым тирәһе баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.
Оператив кәңәшмәлә, автомобиль юлдары төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров М-12 трассаһын төҙөүҙә билдәләнгән сроктан тайпылмаҫҡа, эште ваҡытында башҡарырға ҡушты. Ваҡыт ҡыҫҡа, күләм ҙур, әммә туҡталырға ярамай, тине Республика Башлығы.
2018 йылдан Башҡортостанда транспорт реформаһы ла тормошҡа ашырыла. 5 йыл эсендәге эш һөҙөмтәһенән күренеүенсә, «Башавтотранс» предприятиеһының пассажирҙар әйләнеше 80 процентҡа артҡан. Мәҫәлән, былтыр бөтәһе 120 миллион кеше хеҙмәтләндерелгән.
Йәйҙең үҙ ҡанундары, миҙгел ауыл хужалығы, төҙөлөш өсөн иң ҡыҙыу мәл. Әммә иҡтисади пландар хаҡында ла оноторға ярамай. Радий Хәбиров белдереүенсә, 1 июлдән республикала инвестициялар йәлеп итеүҙең яңы системаһы эшләй башларға тейеш.
Рәмзиә Кәримова