Махсус хәрби операция биләмәһендәге Башҡоростан хәрбиҙәре автопаркы сираттағы внедорожниктар менән тулыланды. Кәрәкле техника гуманитар конвой менән килтерелеп батальондарға һәм мобилизацияланыусылар ҡарамағына тапшырылды. Бынан тыш подразделение командирҙары заявкалары ла иҫәпкә алынған. Ил һаҡсыларына республика ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
Сираттағы гумконвой менән Донбасҡа яҡындарының посылкаларынан тыш, медикаменттар, махсус әйберҙәрҙән тыш, яу яланында кәрәкле булған внедорожниктар ҙа килтерелгән. Һалдаттар яҡташтарына УАЗ, НИВА автомобилдәрен ебәргәндәре өсөн рәхмәтле. Автомобилдәрҙән тыш бер-нисә тонна шәхси посылка, дизель генераторҙары, йорт техникаһы, төҙөлөш материалдары килтерелгән.
Ишембай районы делегацияһы алғы һыҙыҡҡа яҡташтарына автомобилдәр һәм гуманитар ярҙам тапшырыу өсөн юлланған. Тәүге туҡталыш Донецк халыҡ республикаһында. Бында коллоналарҙы мобилизацияланыусылар көтөп тора.
Хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән мәктәп уҡыусылары үҙ ҡулдары менән окоп эшләгән. Өлкән быуын вәкилдәре хаттар яҙған. Ишембай районы хакимиәте башлығы яҡташтары менән сираттағы осрашыу иҫтәлеге ҡалһын тип Башҡортостан флагына ҡултамғалар ҡуйыуҙарын үтенде.
Музей өсөн мобилизацияланыусылар георгий таҫмаһына имзаларын ҡуйҙы.
Аралашыуға ваҡыт артыҡ күп бирелмәй. Колоннаны Башҡортостандан мобилизацияланыусы башҡа подразделениеларҙа көтәләр. Һалдаттар һаубуллашыр алдынан дошман асыҡлай алмаған махсус рацияға заказ биреп өлгөрәләр.
2000 ашыу мобилизацияланған һалдаттан торған полк командирына ла ике УАЗ автомобиле тапшырылды. Был ваҡытта Украина хәрби көстәре һөжүм итә башлай һәм бөтәһен лә был урынды ҡалдырыу приказы бирелә.
Икенсе көн гумконвой Запорожье өлкәһенә юллана. Ҡаршы фронт яғынан даими которнаступлениелар хаҡында хәбәр ителә. Сетерекле хәлдә дә гуманитар конвой тәғәйен урынға килтереп еткерелә.
Внедрожниктарҙан тыш, һалдаттарға дронға ҡаршы оптикалы мылтыҡтар ҙа тапшырылды. Улар ярҙамында хәрбиҙәр дрондарға ҡаршы көрәшәсәк. Алғы һыҙыҡтағы һалдат өсөн балар яҙған хаттар айрыусы ҡәҙерле. Малай-ҡыҙҙарҙың эскерһеҙ, изге теләктәре Донбасста һалдаттарға неонацистарға ҡаршы тороу өсөн рух көсө бирә.
Гүзәл Борханова