Бынан тыш, ул бер ай элек кенә эскән килеш руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған. Был хаҡта Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһынан хәбәр иттеләр.
Урам камераларына төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, юғары тиҙлектәге внедорожник водителе идара итеү һәләтен юғалтып, торлаҡ йорттарҙың береһенә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм 19-24 йәштәрҙәге өс пассажир ҡыҙ төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Белгестәргә салонда ҡыҫылып ҡалыусы кешеләрҙе гидравлик ҡорал ҡулланып ҡотҡарырға тура килгән. Ҡазаға тарыусылар дауаханаға һалынған.