Өфөнөң 450 йыллығына махсус коллекция етештерелә башланы

Юбилей датаһына - яңы сувенирҙар. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында Өфөнөң 450 йыллығына махсус коллекция етештерелә башланы. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындары сағылдырылған һауыт-һаба, шкатулка, декоратив панно, магниттар әҙерләнә. Башҡорт матрешкалары ла «Өфө» яҙыуы менән сығарыла. Алтын ҡуллы оҫталар тыуҙырған сәнғәт әҫәрҙәре донъя кимәлендә республика үҙәген танытасаҡ.

Халыҡ художество кәсептәре көнө алдынан - 16 июндә Башҡортостандың Милли музейында «Ағиҙел» предприятиеһы ойошторолоуға 60 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла. Шулай уҡ компания етәкселеге быйыл көҙ Халыҡ-ара кимәлдәге форум уҙғарып, донъяның иң көслө оҫталарын бер майҙанға йыйырға ниәтләй. Әйткәндәй, республика предприятиеһы халыҡ художество кәсептәре продукцияһын етештереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. Күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу бурысы ҡуйылған.