Өфөлә ағас һындарҙы эшләү буйынса конкурс башланды

Республика район-ҡалаларынан 10 оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләйәсәк. Тематика баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материал итеп Өфөлә санитар таҙартыу сиктәрендә бысылған тирәктәр файҙаланыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Көн ел-ямғырлы булһынмы, ҡояш ҡыҙҙырһынмы скульпторҙар үҙ композициялары өҫтөндә эшләй. Конкурс ваҡыты тығыҙ. Шуға иң мөһиме эште ваҡытында тамамлау. Аҡмулла университеты уҡытыусыһы Фаил Хисмәтуллин мәҫәлән, уҡытыуға ла, йәмәғәт эштәренә лә бер тигеҙ өлгөрөргә тырыша.

Бөгөнгө конкурстың тематикаһы Өфөнөң 450 йыллығына арнала. Ул башлыса милли колоритҡа йүнәтелгән. Ошо нигеҙҙә һәр кем фантазияһына таянып юбилейға үҙ өлөшөн индермәксе. Берәүҙәр ағастан башҡорт яны һынландырылған эскәмйә эшләһә...

Ә икенселәр ошо уҡ янды Төньяҡ Амурҙары һынында күргән. Республика район-ҡалаларынан 10 профессиональ оҫта конкурсҡа тәҡдим иткән материалдары нигеҙендә эшләй. Шуға ла башҡаса үҙгәртеп тә булмай. Ни бары өҫтәп, байытып ҡына ебәрергә мөмкин.

Тик ҡул аҫтындағы эш ҡоралдарының үткер булыуы ла шарт. Тирәк менән эш иткәндә бигерәк тә. Башҡа ағастарҙан айырмалы ҡоралдар тиҙ үтмәҫләнә торған.

Тап материалдың ҙурлығын файҙаланып, рәссам эшендә ике йәш йөрәкте һынландырырға тырышҡан да инде.

Ә инде эш һөҙөмтәләре менән аҙна аҙағында танышырға мөмкин. Скульптура композицияларын Өфөнөң Нефтехимиктар паркына ҡуйыу күҙаллана. Әйткәндәй, ул төҙөкләндерелгән һуң, Ҡала көнө алдынан асылыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин