Был тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров индергән. Һуңғы ике йылда төбәктә халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә, оҫталарға субсидиялар, гранттар бирелә. Быйыл ошо йүнәлешкә бөтәһе 11 мимллион һум тирәһе аҡса йүнәлтеү ҡаралған.
Бөрйән районында кәсепселектең төрлө төрҙәре үҫешкән. Айырыуса ағас эше менән шөғөлләнеүселәр күп. Хакимиәт етәкселәре әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы оҫталар һанын күбәйтеүгә, өйрәнсектәр мәктәбен булдырыуға, продукцияны танытыуға, сауҙа әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Хәлит Бикмәтов Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәй. Ул ғүмер буйы ағас эше менән шөғөлләнә, семәрле һандыҡтар, йорт йыһаздары эшләй. Һуңғы йылдарҙа үҙенең оҫтаханаһын асып кәрәкле эш ҡоралдары ла алған. Халҡыбыҙ борондан оҫталығы менән дан тотҡан, кәсепселек уларҙы аслыҡтан да, үлемдән дә ҡотҡарған. Был шөғөлдәрҙе йәш быуынға тапшырыу, халыҡ кәсебенә иғтибарҙы арттырыу мөһим, ти Хәлит Бикмәтов.