Гран-приҙы ҡурайсы Айнур Назаров яуланы. Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 95 йыллығына арналған башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы үтте. Был хаҡта беҙҙең киләһе репортажда.
Йылайыр районында башҡорт халҡының бөйөк ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсы, думбырасы, ҡыл-ҡумыҙсылар бәйгеһе үтте.
Сара башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау йолаларын һаҡлау , артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен киңәйтеү маҡсатында ойошторолдо
Бәйгелә Башҡортостан район-ҡалаларынан, Силәбе өлкәһе һәм Марий Эл республикаһынан 255 кеше ҡатнашты. 12 йәшкә тиклемге балалар, 12 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм 16 йәштән өлкәндәр айырым баһаланды.
Абруйлы жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Благовещен ҡалаһынан Айнур Назаров Гран-при яуланы. Уға 100 меңлек сертификат тапшырылды.
Байрамдың Йылайыр ерлегендә үтеүе осраҡлы түгел. Ишмулла Дилмөхәмәтов тыуған төбәге, Башҡортостан данын күтәргән оло шәхес. Ҡатнашыусыларға Ҡурайсының тыуған ауылы - Иҫке Яҡуптағы музейға, ҡурай скульптура композицияһы ҡомартҡыһына экскурсия ойошторолдо, Таштуры ҡаяһында «Ишмулла Дилмөхәмәтов» тураһында кинофильм күрһәтелде.
Тарихи ваҡиға булып Юлдыбай ауылында ҡурайға һәйкәл асылды. 23 метр бейеклектәге ҡурай көпшәһенә башҡорт халыҡ көйө «Урал»дың ноталары яҙылған. Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы - танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Ҡурайсылар бәйгеһен һабантуй байрамы дауам итте. Хеҙмәт алдынғыларының эше барланды, мәртәбәле бүләктәр тапшырылды. Ҡурайҙы данлау менән йәнәш барған һабантуй байрамы һәр кемдең күңеленә хуш килде.