Шамил Ғәзизов "Өфө" футбол клубы генераль директоры вазифаһын ҡалдыра

Ул отставкаға китә. Был турала клубтың телеграмм-каналы хәбәр итә. Шамил Ғәзизов клубтың уңышһыҙ сығыш яһауында ғәйепте үҙенә алған.  "Өфө" футболсылары уҙған миҙгелдә Беренсе лигаға төшөп ҡалғайны, быйылғы һөҙөмтәләр буйынса киләһе йылда Икенсе лигала сығыш яһаясаҡ.