Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте ил буйынса ошондай эш башлаған. Ошо көндәрҙә Ульяновск өлкәһендә 16, Һамарҙа 2 кеше хәмер менән ағыуланып үлде. Улар "Мистер Сидр" тигән эсемлек алған булған. Составында ағыулы метил спирты асыҡланды. Был эсемлекте һатыу тыйылды.