Октябрьскиҙан мәктәп уҡыусылары Башҡортостан данын Мәскәүҙә интеллектуаль турнирҙа яҡлай

"Белем лигаһы - мәктәп һәм колледждар" тигән ярыштарҙың республика этабы тамамланды. Унда 25 команда ҡатнашты. Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡыусылары еңеү яуланы. Турнир финалы 27 июндә Мәскәүҙә була. Унда ҡатнашыусылар мәҙәниәт, сәнғәт һәм  спорт буйынса белемен  күрһәтә.