Башҡортостанда “Сәләмәт республика–сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Әлегә 52 меңдән ашыу  кеше һаулығын тикшерткән. Күсмә медицина модулде үҙ эсенә алған поездар билдәләнгән маршрут буйынса эшләй. Бөгөн табиптар Әбйәлил районы  Ҡужан  ауылында, Мәсетленең  Әләгәҙ, Борайҙың Әжәк, Туймазының Ҡандра, Ишембайҙың Үрге Этҡол, Ҡырмыҫҡалының Иҫке Бәпес ауылдарында халыҡты ҡабул итә.