Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арналған сара 10 июндә Салауат районында үтә. Тамашасыларҙы йыр-бейеү, музыка, халыҡ уйындары һәм конкурстарға бай программа көтә. Байрамда художестволы үҙешмәкәрлек бәйгеләре, милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыла.