Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй юстиция министры урынбаҫары Максим Бесхмельницын ЗАГС органдарының Бөтә Рәсәй ултырышында ҡатнашты. Республикала тәүге тапҡыр ойошторолған кәңәшмәлә граждандар хәле акттарын теркәү системаһының һанлы киләсәге иғтибар үҙәгендә булды.
Сарала өлөшләтә мобилизацияға саҡырылыусыларҙың документтарын ҡабул итеү, Рәсәйҙең яңы 4 субъектында тыуған балаларҙы теркәүҙе ябайлаштырыу һорауҙары ҡаралды.
ЗАГС хеҙмәттәре менән бәйле архив 1926 йылдан алып электрон форматҡа күсерелгән һәм һанлы трансформация йүнәлешендә эште дауам итеү маҡсаты ҡуйылды. Кәңәшмәлә Рәсәй ЗАГС органдары хеҙмәтәкәрҙәренә бүләктәр һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды. Дәүләт хеҙмәттәрен башҡарыу буйынса иң яҡшы пилот проекттар билдәләнде.