Баш ҡалала медиайыйын форумы үтә

«Медианың киләсәге. Кеше зиһендәре өсөн көрәш». Өсөнсө медиайыйындың төп темаһы шулай тип билдәләнгән. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев йыйынды асыу тантанаһында мәғлүмәт саралары журналистарына рәхмәт белдерҙе. «Бөгөнгө шарттарҙа, мәғлүмәти һуғыш барған осорҙа халыҡҡа тикшерелгән мәғлүмәт еткереү мөһим», — тине ул.

Журналистар араһында алғы һыҙыҡтағы ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан хәрби хәбәрселәр күп. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ", - тине Рәсәй журналистар берлеге рәйесе Владимир Соловьев. Ул Рәсәй Журналистар форумын уҙғарыу ваҡытын да атаны. Йыйын сентябрҙә Сочи ҡалаһында ойошторола. Мәскәү ҡунағы Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары, милли матбуғат һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлауҙың әһәмиәтенә лә туҡталды.

Форумды асыу тантанаһында бер төркөм коллегаларыбыҙға Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының почет грамоталары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәштәребеҙ Динара Таймаҫханова һәм Артур Шәмсетдинов бар.