Белорет районы Ҡаһарман ауылында ошондай исем аҫтында гүзәл заттар йыйыны үтте

Осрашыуға ауылда тыуып үҫкән йәки төрлө йылдарҙа эшләп киткән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды. Белорет районының Ҡаһарман ауылы Башҡортостан халҡына тамъян ырыуы башлығы, кенәз Шәғәле Шаҡмандың һуңғы төйәге булараҡ билдәле. Бөйөк шәхес ошо ауыл зыяратында ерләнгән. Вариҫтары Шәғәле Шаҡмандың исемен ҡәҙерләп һаҡлай, 2019 йылда төбәктә арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 500 йыл тулыу айҡанлы күләмле саралар үтә.

Тамъян ырыуы ҡыҙҙарының йыйынында ҡатнашыусылар ҙа кенәз рухына бағышлап ҡорбан салған, аят уҡытҡан. Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ атайсалға-изге ғәмәлдәр, уҡытыусы һәм остаз йылына арналған саралар ойошторолған. Ҡаһарманда ҡыҙҙар йыйыны уҙғарыу тәҡдимен Белорет ҡалаһының 20-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан тәжрибәле педагог Зәйнәб Собханғолова күтәреп сыҡҡан.