«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Артур Нәзиуллиндың юбилей концерты ойошторолдо

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле кларнетсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллиндың юбилей концерты ойошторолдо. «Дуҫтар менән кистәр. Классика һәм джаз» соло концертында Артур Нәзиуллин Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостан Милли симфоник оркестры менән бер сәхнәлә сығыш яһаны. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүэәл Борханова.

Донъяның иң яҡшы ун кларнетсыһы исемлегенә индерелгән моң оҫтаһы Артур Нәзиуллин үҙенең күркәм юбилейын сәхнәләш дуҫтары һәм тоғро тамашасылары менән республиканың төп концерт залында ҡаршыланы.

Морис Равельдең «Испан рапсодияһы» - француз композиторының оркестр өсөн тәүге әҫәре. Нескә оркестровка ярҙамында мөхөббәт хистәре еткерелде, тамашасы һәм тыңлаусылар йәрәге көслө тойғолар менән байыны.

Һәр юбилей концертын мин тыуған ҡаламда, ошо сәхнәлә, тоғро дуҫтарым һәм яратҡан тамашасыларым менән бергә ҡаршы алам. Бөгөн республиканың төп сәхнәһенән яңғыраған йырҙар һәр кешегә яҡшы кәйеф һәм рух күтәреңкелеге бүләк итһен.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан милли симфоник оркестры генераль директоры

Юбилей уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова еткерҙе.

Арти Шоу «Оркестр менән кларнет концерты» свинг дәүеренән» донъя күләмендә киң билдәле музыкаль әҫәрҙәрҙән һанала. Автор был музаыканы кларнет солоһын башҡарыу өсөн камиллаштырған. Юғары динамика, һутлы һәм тойғоло джаз витруоз артист башҡарыуында айырыуса аһәңле яңғыраны.

Кларнет һәм оркестр өсөн Оскар Наварроның икенсе концерты тамашасыларҙы ҡояш нурҙарына ҡойондора, ҡатмарлы һәм ритмик һирәк кастеньеталар туҡылдауы, сәпәкәйҙәр, виртуоз кларнет моңдары.

Симфоник музыкаға ҡушылған ҡабатланмаҫ ритмдар виртуоз музыкант башҡарыуында сағыу әҫәргә әүерелде.

«Дуҫтар менән кистәр» программаһын быйылғы концерт миҙгеленең иң сағыу музыкаль ваҡиғаһы тип әйтергә мөмкин. Артур Нәзиуллиндың юбилей концерты тамашасыларға мөхәббәт, матурлыҡ, тоғролоҡ хистәре аша бәхетле минуттар бүләк итте.

Гүзәл Борханова