Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылды

Өфөнөң географик үҙәге - Октябрь проспектында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылды. Быға тиклем ил президенты ҡушыуы буйынса баш ҡалала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы ла ойошторолғайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике ойошма эшмәкәрлеге менән танышып, уларҙың республика өсөн мөһимлеген билдәләне.

Июндең тәүге көнөнән Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы үҙ эшен башланы. «Берҙәм тәҙрә» форматында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә юридик һәм социаль һорауҙар буйынса консультациялар уҙғарыла. Уларға көнөнә иллегә яҡын кеше мөрәжәт итә. Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолған фонд хеҙмәткәрҙәре ветеран статусын алыусыларға эшкә урынлашыуҙа, тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа ла ярҙам күрһәтә.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы Өфөнөң Минһажев урамында урынлашһа, муниципаль бүлексә Октябрь проспектында үҙ эшен башланы. Бында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы, шул иҫәптән психологик ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолғайны. Артабан бындай ойошмалар Сибайҙа һәм Нефтекамала асылды. Радий Хәбиров Өфөләге филиалдар эшмәкәрлеге менән танышып, бындай учреждениеларҙың мөһимлеген билдәләне.

Филиалдар ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йүнәлешендә эш алып барыу ҡаралған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге Ҡыҙыл линияла - Октябрь проспекты, 85-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ул ял көндәрһеҙ, иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй.

Гөлназ Хәйбуллина