Медиайыйын киләсәге, кеше зиһене өсөн көрәш. Өсөнсө медиайыйындың темаһы быйыл шулай тип билдәләнгән. Форум барышында үҙгәреш кисергән геосәйәси шарттарҙа мәғлүмәт сараларының әһәмиәте баһаланды. Фекер алышыуҙа республика һәм район-ҡалаларҙың матбуғат саралары вәкилдәре, федераль спикерҙар һәм власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Йыл ярымға яҡын илебеҙ коллектив көнбайыштың тиңһеҙ ҡыҫымы аҫтында йәшәй. Санкцияларға ҡарамаҫтан, иҡтисад тотороҡло, йәмғиәт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам девизы аҫтында берләште. Әммә сит илдән берҙәмлекте ҡаҡшатыуға ынтылыш та юҡ түгел. Төрлө хәбәрләшеү сервистары, социаль селтәрҙә таратылған фейктар тап шул маҡсатта ҡулланыла.
Медиайыйынды асыу тантанаһында сығыш яһап Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ситтән килгән мәғлүмәт һөжүменә ныҡлы кәртә булып торған баҫма һәм электрон матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларынан Рәсәй кимәленндә өлгө алырлыҡ тип белдерҙе.
Яҡшы һүҙ йән аҙығы. Республика матбуғатында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, герой замандаштарыбыҙ тураһында материалдар даими донъя күрә. Шағирә Лариса Абдуллина яугир яҡташтарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында шиғырҙар йыйынтығын баҫтырған. Ҡуйын дәфтәре махсус хәрби операция биләмәһендә таратыла.
Муниципаль баҫмаларҙа ла махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам, унда ҡатнашыусы яҡташтар тураһында мәғлүмәт урын ала.
Медиайыйындың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы ла телмәр тотто. Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары проекттарын ғәмәлгә ашырыу гранттарына 50 миллион һум аҡса өҫтәргә ҡушты. Бынан тыш, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләме 500 мең һумға еткерелә. Шулай уҡ республикала журналистика өлкәһендә Башҡортостан Башлығы премияһы булдырыла.
«Медиайыйын» күптәр өсөн иҫтәлекле көн булып ҡала. Радий Хәбиров һөнәр оҫталарына дәүләт наградалары тапшырҙы. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева республиканың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Махсус хәрби операция, иҡтисади санкциялар һәм мәғлүмәт һуғышы барғанда журналистар йәнә алғы һыҙыҡта. Ваҡытлы матбуғат, электрон киң мәғлүмәт саралары, радио һәм телевидение тәү сиратта халҡыбыҙҙың мәғлүмәт именлеген тәьмин итә.
Рафиҡ Әхмәтшин