Өфө художество галереяһында Эльвира Әсәҙуллинаның күргәҙмәһе асылды

Сәхнәгә тиклемге яуаплы хеҙмәт, йә иһә пьеса макеттары. Өфө художество галереяһында рәссам, дизайнер, сценограф Эльвира Әсәҙуллинаның сираттағы күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла танылған ижадсының тиҫтәләрсә спектакль макеттары менән бергә, картиналары тәҡдим ителә. Шулай уҡ аҙна һайын оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҡаралған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Рус классигы Федор Достоевскиҙың әҫәренә әҙер макет. Әлегә ул сәхнәләштерелмәһә лә, ҡыҙыҡһыныу көслө. Тик романға тотоноусы режиссер ғына юҡ. Шулай ҙа Эльвира Әсәҙуллинаның театр репертуарына ингән ижади эштәре бик күп. Хатта, улар республиканан тыш, Мәскәү театрҙарында ла сәхнәләштерелгән.

Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаһы Эльвира Әсәҙуллинаның сираттағы экспозицияһы спектакль макеттары менән бергә, һигеҙ тиҫтәләп картинаны үҙ эсенә алған. Улар араһында Зөһрә ҡыҙға арналған арт-объект та айырым урын биләй. Ижади эштә айҙың төрлө фазала үҫешен төҫмөрләргә мөмкин.

Рәссам үҙе белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтә. Шәхси күргәҙмә сиктәрендә ул һәр шәмбе үтәсәк оҫталыҡ дәрестәренә саҡырып ҡала. Ул төҫлө буяуҙар, ҡыл ҡәләм тотоп картина яҙыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә бөтөнләй икенсе форматта ойоштороласаҡ. Перформанс стилендә, йәғни килгән халыҡ күргәҙмәләр залында һүрәт тә төшөрөп, музыка һәм поэзияны ла тыңлай аласаҡ.

Был әкиәт ҡасандыр фольклорсы Павел Бажов тарафынан яҙып алынып айырым китап итеп баҫтырыла. Һәм бөгөнгө көнгәсә халыҡ теленән төшмәй, яратып уҡыла. Сөнки, уның нигеҙендә ер-һыу атамаларының тарихы ярылып ята. Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән Эльвира Әсәҙуллинаның шәхси күргәҙмәһендә танышырға мөмкин. Экспозиция 24 июнгә тиклем эшләй.

Азат Ғәлиуллин