Өфөнөң Инорс биҫтәһендә яңы электр подстанцияһы төҙөлә

Объекттың стеналары күтәрелгән, сэндвич- панелдәр менән көпләнгән. Бинаның эсендә әле ике трансформатор ҡуйылған. Электр подстанцияһы Өфө трансформатор заводында етештерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Хәүефһеҙлек талаптары буйынса яңы подстанцияла электр ҡорамалдары бинаның эсендә була. Подстанцияға тиклем «Өфө Тэц-2»-нән 110 киловольтлы электр линиялары һуҙыласаҡ.

Быйыл бөтә ҡоролмалар урынлаштырыласаҡ. киләһе йыл уларҙы һынау үтеп объект Өфөнөң 450 йыллығына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Илнур Ғәзизов, «Башҡортостан электр селтәрҙәре инжиринг» компанияһы директоры