Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Хәйбулла районы ирекмәндәре ҡоро душты алыштырыусы дымлы салфеткалар оҙатасаҡ.
Степной ауылының 7-се класс уҡыусылары Вәсилә Йәтимова етәкселегендә әҙерләнгән гигиена сараһы күбекле губка менән таҫтамалдан тора, Ул йыуыныу мөмкинлеге булмаған ялан шарттарында бик ҡулай буласаҡ Бәләкәй таҫтамалдарға нисек тотоноу тураһында аңлатма, балаларҙың теләктәре яҙылған, татлы сюрприз да өҫтәлгән. Етештереү процесы ябай, уны һәр кем үҙләштерә ала. Ирекмәндәр шулай уҡ мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.