"Амкодор", "Минск трактор заводы", "Гомсельмаш" һәм башҡа предприятиелар вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр була. Үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ ветеринария, эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә алдынғы тәжрибә өйрәнелә, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Беларусь предприятиелары Башҡортостан агросәнәғәт комплексының стратегик партнерҙары булып тора. Республикала "Беларусь" сылбырлы тракторҙары сығарыла, "Гомсельмаш" менән килешеүгә ярашлы, иген һәм бесан сабыу техникаһы етештерелә.