Йәмәғәт бүләге лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ирҙәргә тапшырыла. Өлгөлө атайҙар тураһындағы материалдарҙы 1 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк. Ярыш еңеүселәренә “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһы тапшырыла. Бүләкләү тантанаһы Атайҙар көнөндә, 4 октябрҙә уҙғарыла. Былтыр йәмәғәт премияһына 38 ир лайыҡ булды.