Башҡортостанда быйыл йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 490 мең самаһы бала йәлеп ителә

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, 1 мең 600-гә яҡын лагерь асыла. Улар араһында палатка, хеҙмәт һәм ял, көндөҙгө, профилле һәм ҡаланан ситтәге лагерҙар бар. Баймаҡ районында биш белем усағында мәктәп яны үҙәктәре асылды. Унда 400 бала ял итә.Ҡаланың бишенсе мәктәбендә 120  уҡыусы төрлө йүнәлештәр менән шөғөлләнә. Йәйге лагерь хеҙмәткәре Розалия Йәноҙаҡова. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ата-әсәләр путевкаларға бәйле һорауҙар менән урындағы мәғариф бүлектәренә мөрәжәғәт итә ала. Мәғариф һәм фән министрлығынды “ҡыҙыу элемтә” булдырылған. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 218-03-57.