Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бинаны йәшен һуҡҡан. Рәүеф Дәүләтов урамындағы кибет ҡыйығында башланҫан ут ҡыҫҡа ваҡыт эсендә магазинды ялмап ала.
Ваҡиға урынына ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Амангилде ауылының ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа хеҙмәттәр йәлеп ителә. Янғын һүндереү бригадалары тырышлығы һөҙөмтәһендә ут һүндерелә. Бина һәм унда урынлашҡан сауҙа нөктәләре ныҡ ҡына зыян күргән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Әле ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре янғын сәбәптәрен тикшерә, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.