Башҡортостанда иң яҡшы иретеп-йәбештереүсе асыҡланды

«Стройтөҙөлөш» милли һөнәри оҫталыҡ конкурсы Нефтекама ҡалаһында үтте. Урындағы машиналар төҙөү колледжы күләмле сараны тәүгә тапҡыр ғына ҡабул итмәй. Сираттағы бәйгене БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Металды буйһондороу өсөн иң мөһиме - яҡшы кәйефтә булыу, ти һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе Андрей Иванов. Иретеп- йәбештереүсе һөнәренә ул 20 йыл элек килгән. Төрлө объекттарҙа тәжрибә туплап, әле Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында эшләй.

Заводта башлыса ремонт менән булышам. Төрлө аппараттарҙы иретеп- йәбештерәбеҙ, колонналар күтәрәбеҙ. Конкурста бирелгән деталь кеүек әйберҙәрҙе көн һайын тиерлек эшләйбеҙ.

Андрей Иванов

Конкурс һынауы — ҡатмарлы. Торбаларҙы төрлөсә ҡуйып, бер нисә ысул менән тоташтырырға кәрәк. Быйыл бәйгелә ҡатнашыусылар тәүге тапҡыр ике төркөмдә — белгестәр һәм студенттар араһында үткәрелде. «Иң яҡшы иретеп-йәбештереүсе» исеменә 9 конкурсант көрәште.

Нефтекама машиналар төҙөү колледжы республикала иретеп-йәбештереүселәрҙе әҙерләү буйынса көслө белем усағы һанала. Бында белгестәр бер нисә йүнәлеш буйынса әҙерләнә.

Әлеге ваҡытта иретеп-йәбештереүсе һөнәренә ихтыяж ҙур, сөнки һәр производствола тиерлек тимер конструкцияларҙың ялғау, тоташтырыу талап ителә.

Республикала иретеп-йәбештереүсе һөнәре бик мөһим. Бер генә объект та уларһыҙ төҙөлә алмай. Шуға күрә тармаҡҡа йәш белгестәр үҫтереүҙе дауам итергә кәрәк. Бындай конкурстар һөнәрҙең абруйын күтәрергә ярҙам итә.

Артур Таһиров, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министрлығы бүлеге етәксеһе

Белгестәр һәм йәштәр араһында беренсе урын алыусы Андрей Иванов менән Нефтекама машиналар төҙөү колледжы студенты Айҙар Мәүлиев Башҡортостан исемен ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Технологиялар алға китһә лә, машиналар ҡул эшен алмаштыра алмаясаҡ. Иң юғары оҫталыҡты кеше генә күрһәтә ала.

Әлфинә Килдейәрова