Ишембай районында «Күкҡарауыҡ трейл» йүгеректәр ярышы үтте

Ҡатмарлы ярыш тураһында социаль селтәрҙә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров яҙып сыҡҡан. Ведомствоның штаттан тыш кинологы Надежда Отвесова үҙенең Торин ҡушаматлы эте менән 13 километр арауыҡҡа йүгергән. Надежда менән Торин дистанцияла хәлдәре бөткән спорсыларға ярҙамға килеп тә өлгөргән.