Белорет сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡеүәттәрен арттыра. Яңы линияларҙы үҙләштерергә дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән. Был турала улар бөгөн күргәҙмә барышында Республика Башлығына белдерҙе. Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында сәнәғәт, ауыл хужалығы предпритяиеларының, кәсепселәрҙең продукцияһы менән таншыты, көньяҡ зоналағы урындағы үҙидара етәкселәренең семинарында ҡатнашты. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Сәнәғәт предприятиелары, ауыл хужалығы тауарҙары, аҫыл таштарҙан юнылған сувенирҙар, кәсепселәрҙең ҡул эштәре. Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы бөгөн ҙур күргәҙмә майҙанын хәтерләтә. Белоретттың сәнәғәт предприятиелары яңы продукция өлгөләрен дә ҡуйған.
Зөйәк ауылынан Гөлсирә Салауатованың экспозицияһы үҙенсәлекле милли биҙәүестәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Оҫта 90-сы йылдарҙан алып боронғо әйберҙәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнә. Салауатовтарҙың йорт музейы ла бар. Һәр бер төбәктең үҙенә хас өлгөләре, уларҙы һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу мөһим, ти Гөлсирә Салауатова.
Республика башлығы күргәҙмә ҡуйылған экспозицияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты. Башҡортостанда кәсепселекте үҫтереүгә дәүләт кимәлендә иғтибар бирелеүен, субсидиялар, дәүләт наградалары булдырылыуын билдәләне.
Ҡала, район, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының семинарында ла һүҙ төбәктәрҙең үҫеше, социаль-иҡтисади проблемалар тураһында барҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан ауыл ерендә йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса илдә беренсе урында тора. Ә урындағы үҙидара йәмәғәтселеккә иң яҡын торған власть органы, тап улар төбәктәрҙең йәшәйешен бар тулылығында белә, тине Республика башлығы.
Белорет Көньяҡ уралдың туризм үҙәге булараҡ танытырға йыйына. Ошо маҡсатта ҡалала «Офоҡ аша атла» тигән күләмле проект тормошҡа ашырыла, ул үҙәк паркты һәм яр буйы төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә алған. Хәҙер биләмәне танырлыҡ та түгел, ҡая-таштар аша һалынған бормалы баҫҡыс, арт объекттар белореттарҙың яратҡан ял урынына әүерелгән.
Белорет ҡалаһында былтыр хәрби бәрелештәрҙә улдарын юғалтҡан әсәләр хөрмәтенә һәйкәл дә асылған. Радий Хәбиров Герйоҙар Аллеяһында булып Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалды.
Аллея эргәһендә генә Свято-Никольский ғибәҙәтханаһы сафҡа индерелә. Әле объектта биҙәкләү эштәре ҡалып килә. Төҙөлөш барыуға ҡарамаҫтан ирекмәндәр бында алғы һыҙыҡтағылар өсөн селтәрҙәр үреү ойошторған.
Рәмзиә Кәримова