Башҡортостандың туристик мөмкинлектәрен баһалау һәм ике республика араһында туристар ағымын арттырыу. Ошо маҡсатта Башҡортостанға Белоруссиянан бер төркөм туроператорҙар килде. Сәйәхәтте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған Минскиҙағы Башҡортостан вәкиллеге беренсе тапҡыр ойоштороған. Делегацияның сәйәхәте бер аҙна дауам итә. Программа «Торатау» шиханы, «Янғантау» шифаханаһы, Банное күле һәм тағы ла бер нисә нөктә менән танышыуҙы үҙ эсенә ала. Артабан БЮТ хәбәрсебеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Минскиҙан Өфөгә осоп килеү хәҙер күпкә уңайлы. Тура рейс быйыл яҙғыһын тергеҙелгәйне. Өс сәғәт тигәндә, Белоруссия вәкилдәре ҡунаҡсыл Башҡортостан еренә аяҡ баҫты. Делегация составында - республиканың бер нисә туроператоры. Сәйәхәттең маҡсаты - төбәктең туристик мөмкинлектәрен өйрәнеү.
Милли биҙәүестәр, халыҡ медицинаһы тауарҙары, сувенирҙар. Туристик- мәғлүмәт үҙәк күргәҙмәһе бай. Самолеттан төшкәс тә, Белоруссия ҡунаҡтары өсөн был тәүге сәйәхәт нөктәһе. Кемдер үҙенә бер сувенирҙы тыуған йортона алып ҡайтасаҡ.
Өфөнөң төп иҫтәлекле урындарының береһендә ҡунаҡтар ихлас фото төшә. Генерал Шайморатовҡа һәйкәлдең мөһабәтлегенә һоҡлана. Бындай ҙурлыҡтағы мемориалдар илдә һирәк. Салауат Юлаев һәйкәле кеүек үк. Европалағы иң ҙур атлы статуяны ла ҡунаҡтар урап үтмәй.
Был биҙәүес вигвамда мотлаҡ элемент. Бетеү көсө тураһында «Индеецтар биләмәһе» гиды һөйләй. Халыҡ көнкүреше менән танышыу өсөн, икенсе ҡитғаға осоу кәрәкмәй. Ял базаһы Иглин районында урынлашҡан. Белоруссия ҡунаҡтарын халыҡтың төп аҙығы - кукуруз менән һыйлайҙар. Тик заманса рәүештә - уны попкорн алмаштыра. Тик усаҡта ҡыҙҙырылған попкорн да үҙенсәлекле тәмлекәс.
Ял базаһы буйынса экскурсия, индеецтар кейемендә фото төшөү, томагавк ташлап ҡарау - сәфәр программаһы бай. Уҡтан атыу ҡунаҡтарҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
Белоруссиянан ҡунаҡтар өсөн сәйәхәт бер аҙнаға иҫәпләнгән. Делегация вәкилдәре өсөн был сәфәрҙең икенсе көнө генә булыуға ҡарамаҫтан, тәьҫораттар бай.
Ҡунаҡтар тағы ла Ғафури, Салауат, Әбйәлил райондары тәбиғәте һәм иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. Үҙ туристары өсөн яҡынса программа әҙерләйәсәк. Башҡортостандың хозур тәбиғәтле, бай тарихлы төбәк икәнен иҫәпкә алғанда, ике республика араһында туристар ағымы көсәйәсәгенә шик юҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина