Бөйөк шағир - Шәйехзада Бабичтың «Башҡортостан» шиғыры яҙылыуына 105 йыл тулды

Тарихи дата Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында билдәләнде. Уҙған быуат башында милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың «Башҡортостан» шиғыры башҡорт армияһының гимнына әүерелә. Автор халҡының рухын күтәрә, уларҙы иреклеккә саҡыра. Был шиғри әҫәр Таулыҡай ауылында мулла Вәлиулла Шоңҡаров йортонда 1918 йылдың икенсе июнендә яҙыла. Яҡташыбыҙ шағирҙың дәфтәрен, уның ижадын күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлай.

«Башҡортостан» шиғырының яҙылыу тарихы 2005 йылда ҡурайсы һәм фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов төшөргән «Уҙаман» тапшырыуында ентекле тасуирлана. Сара барышында шағирҙың тормош юлы һәм ижадына йәнә байҡау яһалды. Таулыҡай ерлегендә булып үткән тарихи ваҡиғаны йәш быуын онотмай, уҡыусылар тикшереү - эҙләнеү эштәре алып бара.

Юлай Ғәйнетдинов башланғысы менән урында 2005 йылда шиғри әҫәргә стела асыла. Шиғыр яҙылыуға 105 йыл тулған көндө, сарала ҡатнашыусылар бөйөк шағирҙы иҫкә алды.

Йылдар үтһә лә,легендар шәхесебеҙ онотолмай. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында поэмалар һәм роман яҙылды, нәфис фильм төшөрөлдө, урамдарға шағирҙың исеме бирелде. Шәйхзада Бабичтың ғүмере ҡыҫҡа ғына булһа ла, ижады үлемһеҙ.

Альбина Байегетова