Унда сәғәтенә 160 тонна юл япмаһы етештереләсәк. Завод Урал аръяғы райондарын юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итә. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. - Завод өсөн төп объекттарҙың береһе - Сибай - Аҡъяр трассаһы. Ул яңы республика программаһына инде. Ике йылда 60 километрҙан ашыу юлды тәртипкә килтерәбеҙ, - ти Республика Башлығы.