Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сара “Өфө муйынсағы” маршруты буйынса 450 километрға йүгереүҙе күҙ уңында тота. 225 спортсы 7 этапта был арауыҡты үтәсәк. 7-10 километрлыҡ дистанциялар булдырылған. Эстафетаның һәр этабында 4-5 кешенән торған төркөм оҙатып барыусы тәжрибәле спортсы менән йүгерә.