Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә был эш ике тиҫтәнән ашыу районда башҡарыла - 582 тонна бесән һәм 33 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Республикала мал аҙығы культуралары 610 мең гектар майҙанды биләй. Хужалыҡтарға быйыл мал башына 28-30 центнер аҙыҡ әҙерләү бурысы ҡуйылған.