Махсус хәрби операция биләмәһенә ашнаҡсылар. Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында «Хәрби ашнаҡсылар эшен ойоштороу» программаһы буйынса белгестәр сығарылыш имтиханы тапшырҙы. Хәрби бурысын үтәүселәр нисек һәм ниндәй ризыҡ менән туҡланасағын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.
Асыҡ һауала аш бешерелә, ялан кухняһы тирәләй тәмле еҫ таралған, имтихан биреүсе ашнаҡсылар бөтөрөлә. Кемдер утын яға, кемдер бутҡа һәм сәй өсөн ҡаҙан әҙерләй. Бөтә эштәр ҙә айырым теүәллек һәм тәғәйен ваҡытта үтәлә. Бында бөтәһе лә ысын хәрби яландағыса. Блиндаж йәнәшәһендәге аш бешереү урыны маскировка селтәре менән уратылған. Хәрби ашнаҡсылар етди, һүҙгә һаран булһа ла, ил һаҡсылары өсөн йөрәк йылыһын һалып бешерә. Яу яланында туҡ һалдат ул - көслө һалдат. Республика хәрби комиссариаты заявкаһы аша килгән биш кешенең һөнәри белеме бар. Шуға күрә улар 5 көн эсендә 24 cәғәтлек курс тамамлаған. Профессиональ белеме булмағандар иһә ай ярым белем аласаҡ.
Имтихан барышында ашнаҡсыларҙың ялан кухняһын нисек ҡороуы, ризыҡ миҡдарын дөрөҫ ҡулланыуы, бутҡаның ҡуйылығы һәм аш тәме тикшерелде. Һәр курсантҡа махсус сертификат тапшырылды. Уҡыу курстарында курсанттар ялан кухняһы шарттарында киптерелгән йәшелсәләр, быҡтырылған консервалар менән эшләү ысулдарына ла төшөнгән. Хәрби ашнаҡсылар борщ, борсаҡ аштары, макарон , бәрәңгене итле консервалар менән ҡулланып бешерергә өйрәнгән. Иң мөһиме һалдаттарға әҙерләнгән ризыҡ туҡлыҡлы, тәмле булырға тейеш.
Ашнаҡсыларға махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланыу өсөн колледж уҡытыусылары методик әсбап әҙерләгән. Унда ялан шарттарында аш бешереү хаҡында тулы мәғлүмәт һәм аҙналыҡ меню, ризыҡ калорияһы,порциялар хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән. Яңы заявкалар тупланып, уҡыу төркөмө йыйылыу менән хәрби ашнаҡсылар кустары артабан да дауам ителәсәк.
Хәрби ялан кунялары бик күп йылдар дауамында тыныс шарттарҙа Еңеү байрамында һалдат бутҡаһы бешереү өсөн ҡулланылһа, был кухняларҙа ошо колледжда хәрби ашнаҡсы курстарын үткән егеттәр алғы һыҙыҡта һалдаттарға ҡайнар аш һәм бутҡа әҙерләйәсәк.
Гүзәл Борханова