Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән тәбрикләне

Бөгөн Рәсәйҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала. Байрам уңайынан Өфөлә тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Миһырбанлы һөнәр эйәләрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Һөт продукциялары, тәмлекәстәр, колбаса һәм һуған. 8-се тиҫтәһенә аяҡ баҫасаҡ Нәсимә Зариповаға магазинға сығыу бик ауыр бирелә. Шуға ла уның өсөн Ленин районынан социаль хеҙмәткәр беркетелгән. Затон биҫтәһендәге был фатирҙы мыһырбанлы һөнәр эйәһе аҙнаһына ике тапҡыр урай. Ашамлыҡтарҙың барыһы ла бер көн алдан төҙөлгән исемлек буйынса килтерелә.

Рәзинә Зәкиева социаль хеҙмәткәр булып 6 йылдан ашыу эшләй. Әлеге көндә уның ҡарамағында ике тиҫтәләп оло йәштәге кеше иҫәпләнә. Магазиндан - аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыу килтереү, өй эштәрендә булышыу- һанай китһәң, социаль хеҙмәткәрҙең эше һанап бөткөһөҙ.

Бөгөн республикала 11 меңдән ашыу социаль хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар халыҡтың иң яҡлауһыҙ ҡатламдары: ауыр тормош хәлендә ҡалған ололар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар менән эшләй. Йылдан-йыл күрһәтелгән хеҙмәттәр даирәһе киңәйә. Былтырҙан алып был һөнәр эйәләре өсөн бик мөһим категория - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өҫтәлде

Тантаналы ултырышта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Награда алыусылар әйтеүенсә, күп осраҡта дарыу, аҙыҡ-түлек, матди ярҙам ғына етмәй. Халыҡ йылы һүҙгә, рухи аҙыҡҡа ла мохтаж.

Һөнәри байрамға йола буйынса халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының республика этабына ла йомғаҡ яһалды. Быйылғы бәйгелә 11 номинация буйынса 60-тан ашыу белгес ҡатнашты.

Илдар Байбулатов