Борай районында Танып йылғаһы аша күпер ябылды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда ремонт бара. Быға бәйле, Өфө-Яңауыл трассаһында хәрәкәт буйынса үҙгәреш бар. Ремонт урынын Нефтекама һәм Үрге Тәтешле аша урап үтергә мөмкин.