Бөгөн Рәсәйҙә социаль хеҙмәткәрҙә һөнәри байрамын билдәләй

Республикала был өлкәлә 11 меңдән ашыу кеше эшләй. Улар инвалидтарға, оло йәштәгеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙам күрһәтә. Былтырҙан шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарамағына тапшырылған. «Баймаҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге 2015 йылдан алып районда уңышлы эшләп килә.

Гөлсинә Байғотлина Мәмбәт ауылы социаль хеҙмәткәре. 6 йыл ул ололарҙың уң ҡулы.Уның ҡарамағында 62 йәштән алып 85 йәшкәсә алып 16 инәй-олатай иҫәпләнә. Эшләү осоронда Гөлсинә Байғотлина үҙен яҡты йөҙлө,кешене аңлай, тыңлай ,йыуата белгән тырыш хеҙмәткәр булып танытты.Фельдшерлыҡ һөнәренә эйә булыуы ла уға был эшендә тик файҙаға ғына.

Күптән инде яҡын кешегә әүерелгән Гөлсинә Байғотлинаны оло йәштәгеләр көтөп ала. Социаль хеҙмәткәр йорт эштәрендә ярҙам итеүҙән тыш район үҙәгенән аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килә,коммуналь түләүҙәрен дә ваҡытында түләшә.Көн һайын шытыратып хәлдәрен белешеп тора.

Был мәрхәмәтле һөнәр эйәһе булыу өсөн ярҙамсыл булыу ғына етмәй.Уға өҫтәп сабыр булыу,улар уртаҡ тел таба белеү, ололарҙы хөрмәт итеү ҙә мөһим.Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ,,Баймаҡ,,социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. 42 социаль хеҙмәткәр ауыл һәм ҡалала 740 кешегә үҙ ярҙамын күрһәтә.

Раушания Рәхимова